Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Июнь 2020, 11:32

Ҡот осҡос осраҡлыҡтыр был..

Йөк машинаһы дүрт машинаны иҙә. Ҡорбандар бар...

Юл йөрөү һәр ваҡыт бер ни тиклем хәүеф менән бәйле. Үҙең барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә үтәп, тиҙлекте арттырмай ғына йөрөгән осраҡта ла, башҡаларҙың килеп бәреүе ихтимал шул.
Кисә көндөҙ Башҡортостандан йыраҡ түгел урында, М5 трассаһында булған ҡот осҡос авария бик күптәрҙе тетрәндерҙе. Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән менән Сатҡа ҡалалары араһында, трассаның 1648-се километрында була ул. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҙур тиҙлек менән килгән йөк машинаһының тормозы эштән сыға.
Һөҙөмтәлә ул икенсе йөк машинаһы артында туҡтаған дүрт еңел автомобилде иҙә. Бәрелеш ҡот осмалы була. Машиналарҙан тимер өйөмө генә тороп ҡала. “Көньяҡ Урал” юлдар идаралығы хәбәр итеүенсә, ике кеше урында һәләк булған, өсәү ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Улар араһында Башҡортостан кешеләре булғанмы, юҡмы, әлегә мәғлүмәттәр билдәһеҙ.
Әлеге ваҡытта юл ябылған, урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, табиптар, ҡотҡарыусылар эшләй.
Күренеүенсә, бында бер ғәйепһеҙ кешеләр ҡаза күргән. Һәр кем эше буйынса китеп барған, кемдер өйөнә ашыҡҡан. Тик бәхетһеҙ осраҡлыҡ арҡаһында улар ҡайтып етә алмаясаҡ...
Юлдарыбыҙ имен булһын ине!
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: