Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Июнь 2020, 23:22

Ә ҡыҙға 15 кенә йәш булған...

Ул, 9-сы класты тамамлап, класташтары менән шатланышып аттестат алып ҡайтып килгән булған һәм ҡапыл ҙур тиҙлектәге автомобиль...

Бөгөн иртә менән Иглин районында теркәлгән ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһе тураһында ишетеп, ныҡ тетрәндек.
Туғыҙынсы класс уҡыусыларының шатланышып аттестат алып ҡайтып килгәнендә, Ворошилов урамында 37 йәшлек ир "Renault Logan" автомобиленә идара итеп, ҙур тиҙлектә уларҙың өҫтөнә килеп менә.
Үкенесле: бер ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәренән һәләк була. Шулай ҙа, шаһиттар белдереүенсә, уның ғүмере өсөн табиптар 40 минутҡа яҡын көрәшә. Шулай уҡ урындағы халыҡ 15 йәшлек малайҙың дауаханала комала булыуын хәбәр итә.
Хоҡуҡ органдары мәғлүмәттәре буйынса, аварияла ғәйепле кеше иҫерек булған: алкотестер уның һулышында 1,732 промилле алкоголь булыуын күрһәткән. Был яҡынса бер шешә араҡы тигән һүҙ. Водитель тәүҙә енәйәт урынынан ҡасып китергә маташа.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, балаларҙы тапаған әҙәм енәйәт ҡылыуына үкенеүен, үҫмерҙәрҙе күрмәүен белдергән. "Осраҡлы рәүештә килеп сыҡты. Мин уларҙы күрмәнем. Улар йүгереп сыҡты, - тип белдергән иҫерек таксист «Вести-Башҡортостан» сығанағына. — Мин бик үкенәм. Ғәйеплемен, закондың бөтә ҡәтғилеге буйынса яуап бирәсәкмен". Әммә хәҙер үкенеүҙән ни файҙа, йәш ҡыҙҙың ғүмерен кире ҡайтарып булмай шул...
Фото:iglvesti.rbsmi.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: