Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Июнь 2020, 17:58

Кәүҙәһен тыуған яғына оҙатҡандар

Өфөлә батып барған баланың ғүмерен ҡотҡарған 19 йәшлек егетте тыуған Тажикстанында ерләйәсәктәр.

7 июндә баш ҡаланың пляждарының береһендә батып барған баланы ҡотҡарам тип һәләк булған студент тураһында хәбәр иткәйнек.
Асыҡланыуынса, 19 йәшлек егет беҙгә ҡояшлы Тажикстандан, Өфөләге уҡыу йорттарының береһенә белем алырға килгән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере бик тә фажиғәле өҙөлгән. 13 июндә иһә батырҙарса һәләк булған Ходжимурод Каландаровтың кәүҙәһен машинала Башҡортостандан тыуған яғына оҙатҡандар.
Был эште башҡарыу бик ҡатмарлы булған, сөнки пандемияға бәйле сиктәр ябыҡ. Әммә Рәсәй һәм Тажикстан властары был осраҡта килешә алған, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан властары ла сиктәре аша үтергә рөхсәт биргән. Унан тыш машинаның водителенең температураһы юғары булғас, юл ыңғайы уны ла алмаштырғандар.
Ходжимуродтың ата-әсәһенә, яҡындарына сабырлыҡ һәм түҙемлек насип итһен...
Фото: ufa1.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: