Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Июнь 2020, 18:02

Ҡатын-ҡыҙ араһына ҡыҫылһаң...

Талашҡан апай менән һеңлене айырам тигән иргә...

Был хәл кисә теркәлә. Салауат ҡалаһы дауаханаһына 38 йәшлек ирҙе килтерәләр. Асыҡланыуынса, уға бысаҡ менән сәнскәндәр. Табиптар был хәл тураһында шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә.
Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатынға бер туған апаһы килә. Ғаилә кисәне спиртлы эсемлектәр менән "биҙәргә” була. Тик "йәшел йылан" бар ерҙә кешеләр ҙә тиҙ "ыҫылдаша" башлай шул. Бер мәл апалы-һеңлеле талашырға тотона. Ире ҡыҙып алған ҡатынын яҡлашырға тырыша ла бит, тик бының өсөн апаһы бысаҡ менән уның эсенә сәнсә.
Ирҙе тиҙ арала дауаханаға алып китәләр, урынға полиция килеп етә. Туған тейешле кешеһен сәнскән ҡатынды бүлексәгә оҙаталар. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡандар.
Бәлки, ҡатындар араһына ҡыҫылыу кәрәк булмағандыр? Сәләмәт ҡалыр ине лә бит.
Фото: 1news.zp.ua
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: