Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Июнь 2020, 13:23

Суд ҡарарын көтмәйенсә...

Туймазыла 43 йәшлек ирҙең 10 йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләүе хаҡында хәбәр иткәйнек. 6 июндә был ир...

Туймазыла йәшәгән 43 йәшлек ирҙең 10 йәшлек ҡыҙҙы көсләүен ишетеп, ҡала халҡы ныҡ тетрәнеү кисергәйне. Әҙәм аҡтығы баланы машинаһына алып инеп мәсхәрәләй. Хоҡуҡ һаҡсыларының һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында педофил тиҙ арала ҡулға алына. Уны өй аресына ябалар. Әммә енәйәтсе суд ҡарарын да көтмәй, ошо көндәрҙә үҙ-үҙенә ҡул һала.
«КП-Өфө» баҫмаһы, хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып, 6 июндә ғәйепләнеүсенең кәүҙәһе үҙ фатирында табылыуы хаҡында хәбәр итә. Ир янында бер шешә араҡы һәм үлем алдынан яҙған хаты ла була, әлегә хаттың эстәлеге тураһында бер нәмә лә әйтелмәй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 31 майҙа 10 йәшлек ҡыҙ әсәһенә әлеге ҡот осҡос ваҡиға тураһында һөйләп бирә. Бала автомобилдең дәүләт номерҙарын иҫендә ҡалдыра, шуға күрә енәйәтсене полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ таба.

Фото:versiya.info
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: