Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Июнь 2020, 15:33

Ун кеше йәрәхәтләнде...

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, водитель эскән булған, тик медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан

Башҡортостан юлдарында кисә биш автомобиль аварияһы теркәлеп, уларҙа ун кеше йәрәхәтләнде, тип хәбәр итә ЮХХДИ. Ике осраҡта водителдәр машинаға идара итеүҙе юғалтҡан.
Мәләүез районында Өфө-Ырымбур юлында 61 йәшлек Күмертау кешеһе “Форд Фокус” автомобиле менән уң яҡ кюветҡа ауа. Аварияла водитель һәм ҡатыны зыян күрә.
Тағы бер авария Өфөлә төндә теркәлде. 21 йәшлек егет “Фольксваген Поло” автомобилендә электр бағанаһына килеп бәрелә. Һөҙөмтәлә дүрт пассажир медицина ярҙамына мөрәжәғәт итә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, водитель эскән булған, тик медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан. Уға ҡарата административ протокол төҙөлгән.
Хөрмәтле водителдәр, йәмле йәйҙең йәмен ебәрмәй, яҡындарығыҙҙы хәүефкә һалмай йәшәргә теләһәгеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата хөрмәтле булығыҙ, уяулыҡ һаҡлағыҙ. Юл тәртиплеләрҙе ярата.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: