Туймазы ҡалаһында яңы тыуған балаһын сүплеккә ырғытҡан әсә кеше тураһында быға тиклем хәбәр иткәйнек инде.
Республика Тәфтиш комитетының Туймазы район-ара бүлеге тикшереүсеһе һорауы буйынса, суд 35 йәшлек Әлиә Ғимранованы өй аресына ебәргән. Белеүегеҙсә, 13-өнән 14 майға ҡараған төндә ханым өйҙә бәпәй таба ла уны сүп контейнерына ташлай. Иртәнге сәғәт етеләрҙә ошо урындан үтеп барған урам һепереүсе шыңшыған тауыш ишетеп, ҡый араһында моҡсай эсендә ятҡан балаға юлыға. Ул тиҙ арала табиптарҙы саҡыра. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында бала иҫән ҡала.
Тәүҙә суд ҡарары менән ҡатынға йәшәгән урынын ташлап сығып китмәү шарты ҡуйыла. Әммә Әлиә Ғимранова, сик булыуға ҡарамаҫтан, бер аҙна элек федераль каналдағы ток-шоуҙа ҡатнашыу өсөн Мәскәү ҡалаһына юллана. Хәҙер ике бала тәрбиәләгән әсә кешегә биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү, йәки шул уҡ ваҡытҡа холоҡ төҙәтеү эштәре янай.