Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Июнь 2020, 19:40

Был юлы мөғжизә булманы

23 йәшлек Марат Камаловты эҙләү тамамланды.

Нефтекаманан 23 йәшлек Марат Камаловты эҙләү тамамланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны үле килеш тапҡандар. Был турала "Лиза-Алерт" эҙләү отряды ирекмәндәре белдергән.
Егеттең 13 майҙа өйөнән сығып киткәне тураһында яҙғайныҡ. Шул ваҡыттан алып ул яҡындары менән бәйләнешкә лә инмәгән, уның тураһында бер яңылыҡ та булмаған. Билдәһеҙлектән ҡайғыға ҡалған туғандары полицияға һәм ирекмәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Һәм ахырҙа - фажиғә тураһында бына шундай ҡот осҡос хәбәр. Ҡайҙа һәм нисек табылыуы, үлем сәбәптәре тураһында әлегә бер ни ҙә әйтелмәй.
Бындай ауыр ҡайғыны күтәрергә яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото:news102.ru.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: