Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Июнь 2020, 23:02

Быйыл балыҡсылар күп батҡан

Үкенескә ҡаршы, быйылғы башланып та өлгөрмәгән һыу инеү миҙгелендә лә күңелһеҙ осраҡтар теркәлеп өлгөрҙө.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йәйге миҙгелдә һыу объекттарында граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған видеокәңәшмә үткәрҙе.
Брифингта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы баш белгесе Вилдар Шәрипов һәм республиканың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темашев ҡатнашты. Спикерҙар быйылғы һыу инеү миҙгеленә әҙерлек, балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә, йыл башынан һыу объекттарында теркәлгән хәл-ваҡиғаларға туҡталды, профилактика йәһәтенән алып барылған эштәр менән таныштырҙы.
Быйылғы йылда төбәгебеҙҙең йылға-күлдәрендә балыҡсыларҙың батып үлеү, автотранспорттың һыуға батыу осраҡтары йышайған. Йыл башынан республикала ун балыҡсы батып үлгән. Мәҫәлән, апрель айында Павловка һыуһаҡлағысында батҡан ике балыҡсының береһе – 21, икенсеһе 26 көндән һуң ғына табылған.
Йылға-күлдәр, һыу инеү миҙгеле айырыуса балалар өсөн хәүефле. Фәрит Риф улы билдәләүенсә, һуңғы биш йылды алып ҡарағанда, балаларҙың һыуҙа батып үлеү осраҡтарының иң күбе 2016 йылда теркәлгән (18 бала). Үкенескә ҡаршы, быйылғы башланып та өлгөрмәгән һыу инеү миҙгелендә лә күңелһеҙ осраҡтар теркәлеп өлгөрҙө. 31 майҙа Стәрлетамаҡта 14 йәшлек үҫмер һыу инеү рөхсәт ителмәгән урында батып үлде. Унан алда ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр 17 көн дауамында йылғаға батып үлгән туғыҙ йәшлек баланы эҙләне. Бына ошоноң ише ҡурҡыныс осраҡтар йыл һайын ҡабатланып тора. Видеокәңәшмәлә ҡатнашыусылар ата-әсәләргә, ололарға һыу буйҙарында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәү хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкәртте.
Һыуҙа батып үлеүҙең иң таралған сәбәптәренең береһе – иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу. Мәҫәлән, былтырғы 83 күңелһеҙ осраҡтың 62 процентында батып үлеүселәр эскән булған. Әйткәндәй, йылдың-йылы статистика ир-егеттәрҙең күпләп батыуын күрһәтә. 2019 йылда 74 ир-егет, бер ҡатын-ҡыҙ һәм һигеҙ бала һыу ҡорбаны булған.
Сығыш яһаусылар рәсми пляждар тураһында ла мәғлүмәт еткерҙе. Быйыл республика биләмәһендә пляждар һанын арттырырға хәл ителгән. Был коронавирус пандемияһы арҡаһында сит илгә ял итергә сығыуҙы сикләү менән бәйле. “Әлеге шарттарҙа төбәгебеҙҙәге һыу объекттарында ял итеүселәр һаны бермә-бер артасаҡ. Был беҙҙән көсөргәнешле хеҙмәт, уяулыҡ, профилактика сараларын арттырыуҙы талап итә”, - тип билдәләне белгестәр. Республиканың реестрына рәсми рәүештә рөхсәт алған 77 пляж индерелгән, бынан тыш муниципалитеттар ҡарамағындағы тағы 36 пляж һыу инеүселәрҙе ҡабул итәсәк. Әлеге ваҡытта уларҙы таҙартыу, тейешле талаптарға яуап биреүен тикшереү буйынса эштәр дауам итә.
Брифингта шулай уҡ бәләкәй судноларҙы теркәү, уларҙың техник торошон тикшереү, был транспорт төрө менән идара иткәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәү тураһында ла һүҙ алып барылды. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән, пляждарҙа алкоголле эсемлектәр ҡулланған һәм башҡа төрлө тәртип боҙоуҙар өсөн ҡаралған штраф төрҙәре хаҡында аңлатма бирелде.
Видеокәңәшмә аҙағында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан “Хәүефһеҙ йәй” эмблемаһына иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Был бәйгелә барлыҡ призлы урындарҙы Нефтекама балалары яуланы: Илья Мөхәмәҙиев, Жавохир Нурлаев, Әҙел Мөхәмәтшиндың эштәре иң яҡшыһы тип табылды.
Фото: kemerovo-news.net
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: