Фажиғәле хәл Благовещен районының Ҡушкүл - Осиповка автомобиль юлының 13 километрында була.
Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 19 йәшлек водитель “Иж Планета-5” мотоциклына идара иткән саҡта юлдан ситкә төшөп китеп түңкәрелә. Һөҙөмтәлә ул ваҡиға урынында йән бирә, 33 йәшлек пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре ала.
“Һәләк булған водителдең мотоциклға идара итеүгә таныҡлығы булмауы, транспорттың тейешле органдарҙа теркәлмәүе лә асыҡланды”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Тәүлек эсендә республика юлдарында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, туғыҙы төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарығыҙ - имен, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ!