Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Хәйбулла районы буйынса бүлеге хәбәр итеүенсә, Аҡъяр-Сибай автомобиль юлының 55-се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 35 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе ВАЗ-2107 руле артында трасса ситенә төшөп, түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның 47 йәшлек пассажиры госпитализациялана. Ирҙең водитель таныҡлығы булмауы асыҡланған. Тикшереү эштәре башланған.