Нефтекама ҡалаһында йәшәгән Александр Афанасьев – йәмәғәт эшмәкәре, шулай уҡ балаларын яңғыҙы үҫтереүе сәбәпле, ул Рәсәйҙә беренсе булып әсәлек капиталына хоҡуҡ яулаған атай булараҡ та билдәле.
Александрҙы бер нисә ай элек “Россия” телеканалындағы Андрей Малаховтың “Тура эфир” тапшырыуында ҡатнашырға саҡыралар. “Тапшырыуҙа мине тамашасы залына ултырттылар, әсәлек капиталын алыу өсөн Пенсия фонды менән күпме судлашыуым хаҡында һоранылар, шулай уҡ белгес ролендә сығыш яһап, үҙҙәренә тейешле түләү ала алмағандарға ярҙам иттем, – ти Афанасьев. – Ә тапшырыуҙа төшкәндән һуң, мине күңелһеҙ хәл көтә ине”.
Хәләл ефете вафат булғас, Александр, рәсми эш урыны булмағанға күрә, ҡыҙынан тыш, үҙенә лә ҡараусыһыҙ ҡалған өсөн пенсия юллай. Ошо көндәрҙә пенсия бала өсөн генә килә. Хәлде асыҡлар өсөн Пенсия фондына юлланған Александрға: “Һеҙ “ТВ Хит” компанияһына эшкә ингәнһегеҙ, унан эш хаҡы алыуығыҙ тураһында ҡағыҙ килде, шуға күрә пенсияғыҙ булмаясаҡ”, – тип яуап бирәләр.
Мәғлүм булыуынса, Афанасьевтың тапшырыуҙа төшөр өсөн Мәскәүгә бушлай барып ҡайтыуынан, бушлай ҡунаҡханала төн үткәреүенән тыш, уға “Тура эфир” тапшырыуынан компенсация сүрәтендә 15 мең һум күләмендә аҡса бирәләр.
“Мин уларҙан был түләүҙең, алған пенсияма бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡмы, тип һораным. Улар мине, юҡ, тип тынысландырҙы. Хәҙер килеп, Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, мин Мәскәү ҡалаһындағы “ТВ Хит” компанияһының “шәп хәбәрсеһе” булып сығам. Ошо арҡылы пенсия түләнмәй. Пенсия фонды был мәсъәләне хәл итеп, 12 июнгә тиклем юғалған аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә бирҙе”, – ти Александр.
Закон буйынса рәсми рәүештә эшкә урынлашҡандарға ғына ҡараусыһыҙ ҡалған өсөн пенсия башҡа түләнмәҫкә тейеш. “ТВ Хит” компанияһының түләү хаҡындағы ҡағыҙҙары арҡаһында сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡ хәл ителгән, Александр Афанасьевҡа пенсия түләү кире тергеҙелгән, тип хәбәр итә “Про Урал” сығанағы.