Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Май 2020, 22:55

14 йәшлек ҡыҙ табылған

Уны 1 майҙан алып эҙләгәндәр

1 майҙа Өфөлә 14 йәшлек үҫмер ҡыҙҙың юғалыуы тураһында хәбәр социаль селтәрҙәрҙә киң таратылды. Үҫмерҙе эҙләүгә ирекмәндәр, айырыуса “Лиза Алерт” ойошмаһы ҙур көс һалған.
Ҡыҙҙарының юғалыуы тураһында ата-әсәһе 1 майҙа полиция бүлегенә ғариза яҙа. Ул әхирәтенә тип сығып киткән ерҙән юҡҡа сыға. Тәүҙә әсәһенең шылтыратыуҙарына яуап бирә, әммә бер аҙҙан телефонын һүндерә.
“Лиза Алерт” ойошмаһы ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, ҡыҙыҡай иҫән-һау килеш табылған һәм ата-әсәһе ҡармағына тапшырылған. 14 йәшлек үҫмерҙең ике аҙна дауамында ҡайҙа, нимә эшләп йөрөүе хәбәр ителмәй.
Фото: ufa.kp.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: