Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Май 2020, 22:32

Әсәһен тереләй ерләгән...

Өс көн ҡәберҙә ас ятҡан 79 йәшлек әбейҙе полиция ҡаҙып сығара.

Был хәл Ҡытайҙың Шэньси провинцияһында була.
"Daily Mail" баҫмаһы яҙыуынса, әбейҙең юғалыуы тураһында полицияға уның килене хәбәр итә. Ҡатын раҫлауынса, ире бер нисә көн элек әсәһен ҡул арбаһына ултыртҡан һәм ҡайҙалыр алып киткән. Иртән ҡайтҡас, уны туғандарына илтеүен әйткән. Һуңынан полиция алдында таныуынса, ул әбейҙе зыяратҡа алып барған, ташландыҡ ҡәбергә ташлаған һәм арлы-бирле генә тупраҡ менән күмгән.
Әбейҙең аяҡтары йөрөмәй, шуға ул ҡәберҙән үҙаллы сыға алмаған.
Фото: kp.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: