Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Апрель 2020, 17:06

Балыҡсыларға штраф янай

Башҡортостанда үҙизоляция режимын боҙоп, урманға, тәбиғәткә, балыҡҡа сығыусыларға штраф һалалар //

Башҡортостанда үҙизоляция режимын боҙоп, урманға, тәбиғәткә, балыҡҡа сығыусыларға штраф һалалар. Был режимды республика экология министрлығы инспекторҙары күҙәтә, административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса протокол төҙөй.
Йәшәгән урыны буйынса үҙизоляцияны боҙған өсөн Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.6.1-се статьяһы буйынса яуаплылыҡ ҡаралған. Штраф хаҡы 1 меңдән 30 мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә –10 меңдән 50 мең һумға тиклем. Юридик шәхес булараҡ теркәлмәгән эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә штраф күләме икеләтә юғары.
Был ҡарарҙы ҡабатлап боҙған осраҡта ҡатыраҡ яза бирелә, енәйәт эше асылыуы ла ихтимал (7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү).
Читайте нас: