Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Апрель 2020, 22:50

Стәрлетамаҡ ҡалаһына инеүҙең тыйылыуы тураһындағы хәбәр -- ялған мәғлүмәт

Фотоларҙа Красноярск ҡалаһына ингәндәге юл күрһәткестәре монтажлап ҡуйылған //

Фотоларҙа Красноярск ҡалаһына ингәндәге юл күрһәткестәре монтажлап ҡуйылған
Коронавирус менән бәйле ялған мәғлүмәттәр интернет сиктәрендә бихисап. Бына шуларҙың береһе. Социаль селтәрҙәрҙә коронавирус пандемияһы айҡанлы Стәрлетамаҡ ҡалаһына инеү юлы ябылған тигән хәбәр һәм фотолар таралды.
Был ялған мәғлүмәт. Быны Стәрлетамаҡ мерияһында ла белдерҙеләр.
“Стәрлетамаҡ ҡалаһына инеү тыйылмаған”,-- тип белдерҙе Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдиов
Асыҡланыуынса, карантин менән бәйле ябылған Красноярск ҡалаһына ингән юл күрһәткестәрен монтажлап, интернет аша ялған мәғлүмәт тараталар.
Ошондай алдаҡсыларға эләкмәҫ өсөн коронавирус менән бәйле хәл-торош тураһында мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан ғына алырға кәрәк.
Читайте нас: