Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Март 2020, 23:19

Ике аҙна өйҙә ултырыу - мотлаҡ талап!

Башҡортостанда март башынан сит илдән ҡайтҡан 15 меңдән 17 меңгә тиклем кеше бар. Уларҙың барыһы ла хәүеф сығанағы булыуы ихтимал //

Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин менән Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров карантинға киткән. Улар ошо арала сит ил командировкаһынан ҡайтҡан. Бынан тыш, республиканың финанс министры Лира Иғтисамова ла ошо уҡ сәбәп буйынса ике аҙна өйҙә ултырасаҡ.
Радий Хәбиров хәлде дөрөҫ баһалап, аңлы рәүештә карантинға киткән кешеләргә рәхмәт әйтте.
- Улар беҙҙең бөтәбеҙгә ҡарата яуаплылыҡ күрһәтте. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, хәүеф - сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙә. Улар менән эшләргә, аңлатырға кәрәк. Кем аңламай, ҡаты саралар күреләсәк, - тине Радий Хәбиров.
Хөкүмәттә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә был темаға бик ҙур иғтибар бирелде. Төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына аҙна дауамында һуңғы ике аҙна эсендә сит илдән ҡайтҡан барлыҡ кешеләрҙе тикшереп сығырға ҡушты. Был ҡыҙыҡ өсөн эшләнмәй, “Роспотребнадзор” ҡушыуы буйынса Рәсәйгә сит илдән килгән, ҡайтҡан һәр кем 14 көн дауамында карантинда булырға тейеш.
Башҡортостанда март башынан сит илдән ҡайтҡан 15 меңдән 17 меңгә тиклем кеше бар. Уларҙың барыһы ла хәүеф сығанағы булыуы ихтимал.
- Иртәгә 14 сәғәткә тиклем барлыҡ муниципалитеттар үҙаллы изоляцияланған граждандарҙы тикшереп сығырға тейеш. Айырыуса коронавирус буйынса хәүефле илдәрҙән ҡайтҡандарҙы, беҙҙә ундайҙар һаны - 1558 кеше. Аҙна дауамында иһә сит илдән ҡайтҡан бар кешеләр ҙә тикшерелергә тейеш, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова белдереүенсә, уҙған ялдарҙа был эш Өфө буйынса башҡарылған. Барлығы 585 адрес тикшерелгән. Тикшереү һөҙөмтәләре шундай: был кешеләрҙең 37 проценты үҙаллы изоляцияланған, 4 проценты режимды боҙоуон әйткән, 33,5 процент бөтөнләй өйҙә булмай сыҡҡан. Тимәк, улар ҙа карантинды боҙған.
- Бөтәһенә лә аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алып килтереү, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асыу буйынса ярҙам тәҡдим ителде. Бөтәһе лә баш тартты. Шуныһына баҫым яһайым, "больничный" үҙаллы изоляция режимын тулыһынса үтәгән кешеләргә генә түләнәсәк, - тине Ленара Хәким ҡыҙы.
Радий Фәрит улы был йәһәттән ҡаты позицияһын тағы бер тапҡыр белдерҙе.
- Бөгөн үк ҡағиҙәне боҙоусылар тураһында протоколдар көтәм. Яза буласаҡ, - тине ул. – Айырыуса күрәләтә ҡағиҙә боҙғандарға ҡағыла. Сит илдә булғандар - дүрт миллионлыҡ Башҡортостан халҡы өсөн төп хәүеф сығанағы. Кем аңламай, улар менән ҡатыраҡ булырға кәрәк. Улар дошман түгел, тик аңлы булһындар. Уларға ирекмәндәр ярҙам итергә әҙер. Яуаплы кешеләргә мин рәхмәтлемен, - тине Радий Хәбиров.
Фото: n.gtrk-omsk.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: