Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Март 2020, 23:27

Башҡортостанда 15 меңгә яҡын кеше үҙ-үҙен изоляцияларға тейеш

«Карантин — закон талабы. Уны боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы янауы мөмкин», — тине Радий Хәбиров //

Башҡортостанда 15 меңгә яҡын кеше үҙ-үҙен изоляцияларға тейеш. Юғиһә уларға енәйәт яуаплылығы янауы ихтимал

Бөгөн коронавирус буйынса штаб ултырышында Радий Хәбиров яңыраҡ сит илдән ҡайтҡандарҙың барыһын да йөрөп сығыу башланыуын белдерҙе. Башҡортостанда ундайҙар 15 мең самаһы, уларҙың бөтәһе лә үҙ-үҙен изоляцияларға бурыслы.

Карантин мотлаҡ үтәлергә тейеш һәм бер ниндәй ҙә мөһим эштәр аҡланыу була алмай, тип билдәләне Хәбиров.

«Карантин — закон талабы. Уны боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы янауы мөмкин», — тине Хәбиров.

Карантин арҡаһында эштә проблемалар булырға тейеш түгел - эш биреүселәрҙең карантинды өҙөргә хоҡуғы юҡ. Бының өсөн дә яза бар. Карантинға сыҡҡан саҡта эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелә.

«Күршеләрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, уларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙырмағыҙ», — тип өҫтәне ул.
Читайте нас: