“Эттәрҙән күргән зыян бер бөгөн генә түгел. Былтыр ҙа булды ундай хәлдәр. Күршеләрҙең дә малын ҡырҙылар”, - тип һөйләй йорт хужабикәһе Нәфисә Ғүмәрова.
Таштуй халҡы берәҙәк эттәрҙең артыуын Магнитогорск ҡалаһынан килгән баҡсасыларҙан күрә. Улар, ғәҙәттә, йәйгеһен эт аҫрап, көҙгөһөн уларҙы ҡалаға алып ҡайтмай, яҙмыш ҡосағына ташлап китә. Һөҙөмтәлә берәҙәк хайуандарҙың һаны артҡандан-арта бара, аслыҡтан улар кешенең мал-тыуарына, ҡош-ҡортона һөжүм итә.
Бөгөн берәҙәк эттәр проблемаһы бер Таштуй ауылын ғына борсомай, сөнки 1 ғинуарҙан ғәмәлгә ингән законға ярашлы, хәҙер ҡараусыһыҙ ҡалған хайуандарҙы атыу, башҡа төрлө алымдар менән үлтереү ҡәтғи тыйыла. Улар мотлаҡ ветеринар хеҙмәттәр тарафынан тикшерелеп, тейешле вакциналар яһалып, приютҡа тапшырылырға тейеш. Закон буйынса, һәр хужа үҙе аҫраған йән эйәһенә чип ҡуйҙыртырға тейеш. Әгәр кемдер кәрәкмәй тип этен йәки бесәйен урамға сығарып ташлаһа, ошо чип буйынса хужаны асыҡлап, уны административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Ә хужаһыҙ, йәғни берәҙәк эттәр өсөн был хәлгә юл ҡуйған урындағы хакимиәт яуаплы. Быларҙың барыһы хаҡында ла яңы законда ентекле әйтелә.
Тик был закондар ҡасандан тулы көсөнә эшләй башлар, берәҙәк хайуандар өсөн приюттар ҡасан төҙөлөр һәм ябай халыҡ өйөр-өйөр йөрөгән эттәрҙән зыян күреүҙән ҡасан туҡтар – әлегә билдәһеҙ.
Фото: БЮТ каналы телесюжетынан скриншот.