Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Март 2020, 23:44

Ҡыр ҡаҙҙары, өйрәктәр йәл түгелме?

Яҙғы һунар осоро асылыу менән атыу тауыштары тынмай //

Яҙ етеүе һәр нәмәлә күренә: ҡар ирей, гөрләүектәр шаулап аға, ҡояш та нығыраҡ ҡыҙҙыра, көн оҙонайҙы. Ошо арала сыйырсыҡтар ҡайтты, йорт өҫтөнән генә ҡыр ҡаҙҙары ҡаңғылдашып осоп үтә. Аҡҡоштар ҙа килгән тиҙәр. Ә һабан турғайы күптән инде яҙ килеүен хәбәр итте.
Ошо мәлде кем генә яратмай икән! Тик былтырғы хәлде онота алмайым. Ҡоштар ҡайтыу менән Таналыҡ буйында атыу тауыштары яңғырай башланы. Һунарсылар алыҫтан осоп килеп, йонсоған ҡыр ҡаҙҙарын, өйрәктәрҙе атып ала.
Ҡулына атып алған ябыҡ ҡына ҡыр өйрәген тотҡан һунарсынан, йәл түгелме ошо матурҡайҙың йәнен ҡыйыу, ашарлыҡ бер нимәһе лә юҡ бит, тип һорап ҡуйҙым. Ашауҙан атмайым, азарт бит ул, тип яуапланы.
Шулай ҙа миңә бик йәл тәбиғәттең ошо матурлығын юҡ итеү.
Читайте нас в