Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Март 2020, 00:28

Бөгөн Хәйбулла районы территорияһында коронавирусты иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте

Кәңәшмәне муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов алып барҙы //

Бөгөн Хәйбулла районы территорияһында коронавирусты иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Кәңәшмәне муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов алып барҙы.
Рөстәм Шәрипов коронавирусты иҫкәртеү һәм уның таралыуына юл ҡуймау буйынса булдырылған оператив штабты етәкләне. Эш төркөмө составына башҡарма органдар, һаулыҡ һаҡлау, федераль структуралар вәкилдәре инде.
Кәңәшмәлә билдәләүенсә, инфекцияны иҫкәртеү маҡсатында мәҙәни һәм спорт сараларын үткәреү сикләнә.
Районда вирус килеп килеп эләгеү ихтималлығы түбән, хәүеф юҡ. Шулай ҙа штаб ағзалары иҫкәртеү саралары комплексы буйынса фекер алышты.
Коронавирус буйынса Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында (https://health.bashkortostan.ru/activity/20815/) мәғлүмәт алырға була.
Бынан тыш төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын 9.00 һәм 20.00 сәғәттә брифинг үткәрә. Унда коронавирусҡа бәйле актуаль хәл-торош менән танышырға мөмкин: https://www.youtube.com/ к/UC64xHmpOrZSZYqM0Md4X...
Коронавирус буйынса Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Ҡыҙыу телефон” линияһы: 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 (күп каналлы).
Муниципаль район хакимиәте сайтынан алынды
Читайте нас: