Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Март 2020, 23:31

Кинолағы кеүек үлтереп маташҡан

Полиция килеп еткәнсе, ул бысағын полиэтилен тоҡсайға һалып ҡуйған. Быны ул кинола шулай иткәндәрен күргәнгә шулай иттем тип аңлатҡан.

Кинола үлтерештәр нисек булғанын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Тәүҙә үлтерәләр, шунан килеп уликалар эҙләйҙәр. Аҙаҡ уны полиэтилен тоҡсайға һалып полиция алып китә. Беҙҙең Башҡортостан кешеһе лә саҡ кинолоғы кеүек итеп ирен үлтермәгән.
Хәл Иглин районында була. 39 йәшлек ир менән уның 43 йәшлек ҡатыны бергәләп байрам итә. Табын ваҡытында ир ҡатынына ҡарата насар һүҙ әйтә. Ғәрсел ҡатынға был етә ҡала, күрәһең. Ул бысаҡҡа йәбешә һәм иренең эсенә ҡаҙай.
Тик уның һөйгәнен һис тә үлтергеһе килмәй. Нимә эшләгәнен аңлағас та, “ашығыс ярҙам” саҡырта һала. Шуныһы ҡыҙыҡ: полиция килеп еткәнсе, ул бысағын полиэтилен тоҡсайға һалып ҡуйған. Быны ул кинола шулай иткәндәрен күргәнгә шулай иттем тип аңлатҡан.
Әлеге ваҡытта ир дауаханала. Ҡатынына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: