Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Март 2020, 23:59

80 йәшлек әбейҙе отвертка менән үлтергән

Байрам алдынан Әбйәлил районы ауылдарының береһендә йәшәгән 80 йәшлек әбейҙең үҙ йортонда үле кәүҙәһе табыла.//

Байрам алдынан Әбйәлил районы ауылдарының береһендә йәшәгән 80 йәшлек әбейҙең үҙ йортонда үле кәүҙәһе табыла.
...53 йәшлек ир пенсионер ҡатынға спиртлы эсемлек һорап килә. Үҙенең аҡсаһы булмағандыр, күрәһең. Бушлай араҡы бирергә теләмәгән йорт хужабикәһе менән икеһе араһында бәхәс ҡуба. Ниндәйҙер бер мәлдә ир ҡулына отвертка алып, уның менән ҡатындың кәүҙәһенә бер нисә тапҡыр сәнсә. Алынған тән йәрәхәттәренән 80 йәшлек әбей шул урында йән бирә.
Республиканың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, енәйтсе ҡулға алынған. Ул иҫерек килеш кеше үлтереүҙә ғәйепләнә, быға тиклем дә ултырып сыҡҡаны асыҡланған.
Спиртлы эсемлек һатыуҙы әллә күпме тыйып тороуҙарына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ауылдарҙа был "кәсеп" һаман дауам итә. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө булырға тейешле оло йәштәге инәйҙәрҙең дә был ағыуҙы һатыуы айырыуса аяныслы. Ә "йәшел йылан" берәүҙе лә аямай...
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
https://vk.com/gazetabashkortostan
Читайте нас: