Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Март 2020, 23:53

Байрам төнөндә ике ир тереләй янған

9 март төнөндә Шишмә районында ҡот осҡос янғын теркәлгән.//

9 март төнөндә Шишмә районында ҡот осҡос янғын теркәлгән.
Төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына Шишмә районының Заводянка ауылындағы Ҡояшлы урамындағы янғын хаҡында хәбәр килгән.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына янғын һүндереүселәр барғанда 36 квадрат метр майҙанлы бер ҡатлы йортто “ҡыҙыл әтәс” ялмап алған булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғын урынына һыу һибеү һәм ҡоролмаларҙы ҡарау эше 5 сәғәт 43 минутта тамамланған.
Иң аяныслыһы: ут ялмап алған йортта 1959 һәм 1984 йылғы ирҙәрҙең мәйете табылған. Улар тереләй утта янған. Тикшереү-оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре һәм тәүтикшереүселәр янғын һәм фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.
Ут вайымһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Үҙҡоролма йылытыу приборҙары, төҙөк булмаған электр үткәргестәре һәм янған мейес иғтибарлылыҡты талап итә. Шуға бигерәк тә шәхси йорттарҙа йәшәгәндәргә айырыуса һағыраҡ булырға кәрәк.
Әгәр төтөн сығыуын йәки янғынды күрһәгеҙ, “01” йәки ”112” телефондары буйынса шылтыратығыҙ. Һеҙҙең уяулығығыҙ кеше ғүмерен ҡотҡарыуы ихтимал.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.
Автор: Айһылыу Низамова
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: