Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында бер һыйырҙы айыу һуҡҡан. Кешеләр шулай уҡ иртәнге томанда бүреләр һарыҡтарҙы ҡырыуына зарлана.
Ейәнсура районының Үтәғол ауылы янындағы юлдан айыу йүгереп барғанын юлаусылар видеоға төшөрөп һалды.
Үткән ял көндәрендә Баймаҡ районының Икенсе Моҡас ауылы янындағы Боғалығор тауы итәгендә лә айыу балаһы йөрөүен шул тарафтарға ял итергә сығыусылар видеоға төшөргән. Ярай әле, кешеләр айыу балаһына яҡын бармаған, юғиһә бәләкәсен ҡырҙан күҙәтеп торған әсәһе яуапһыҙ ҡалмаҫ ине.
Ғөмүмән, был осорҙа ҡыр хайуандарары ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә. Уларға ла тереклек итергә кәрәк.Тейешенсә һимермәһә, аҙыҡ табыу ҡыйынлашһа, әлбиттә ауылдарға яҡынаялар. Шуның өсөн йорт тирәгеҙгә аҙыҡ ҡалдыҡтары түкмәү хәйерле.
Бәшмәккә, урманға утынға барғанда һаҡ булығыҙ.