Көндәгесә ғәҙәти дәрестәр барышында янғын сигнализацияһы яңғыраны. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар бер нисә минут эсендә бинанан сығып, урамға сыҡты. Ғәҙәти булмаған хәлдә улар кластарҙан бик тиҙ сыҡты, шулай ҙа берәү ҙә йүгермәне, этеш-төртөш юҡ, тыныслыҡ һаҡланылды. Был иһә янғын ваҡытында төп ҡағиҙә. Уҡытыусылар иһә "янғын сыҡҡан" бинанан сыҡҡандан һуң мәктәп ишек алдында үҙ уҡыусыларын барланы.
Янғын һүндереү расчеты һанаулы минут эсендә килеп етеп, шартлы янғын нөктәһен мәктәп ашханаһында тапты. Балалар янғын һүндереүселәрҙең оператив, тиҙ һәм профессиональ эшләүен ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
--Электр сымының ҡыҫҡа ялғанышы менән бәйле, мәктәп ашханаһында "янғын сыҡты". Сингализация эшләй башлағас та эвакуация башланды, 112 телефоны аша ғәҙәттән тыш хәл тураһында янғын часына хәбәр иттек. Улар 3 минут эсендә килеп етте. Бындай күнекмәләр белем биреү учреждениеһында йыл да үткәрелеп, янғын һүндереүселәр мәктәп коллективының ошондай хәл осрағына әҙерлеген тикшерә. Балалар һәм коллектив бындай осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы белә. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында улар юғалып ҡалмаясаҡ,--тине 2-се Аҡъяр мәктәбенең хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер Нур Кәримов.