- "Йәшел Башҡортостан" акцияһына беҙҙең балалар баҡсаһында өмә дәррәү үтте. Тәрбиәселәр генә түгел, ата-әсәйҙәр, хатта тәрбиәләнеүселәр ихлас ҡатнашты. Балалар атайҙары менән 70-тән ашыу ҡайын, шыршы, емеш ағастары ултырттылар. Балаларҙың ял итеү урындарында буяуҙарын яңырттыҡ. Шулай уҡ тәмлекәстәр менән эҫе сәй эсеү урынын ойошторҙоҡ. Бөтәһенең дә кәйефтәре шәп. Барлығы 120-нән ашыу кеше килде.