ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
13 Апреля 2023, 09:43

Өфөлә 17 йәшлек ҡыҙ алтынсы ҡаттан ҡолаған

Өфөлә Киров урамында күп ҡатлы йорт эргәһендә ауыр йәрәхәтләнгән ҡыҙ табылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә 17 йәшлек ҡыҙ алтынсы ҡаттан ҡолағанӨфөлә 17 йәшлек ҡыҙ алтынсы ҡаттан ҡолаған
Өфөлә 17 йәшлек ҡыҙ алтынсы ҡаттан ҡолаған

Өфөлә Киров урамында күп ҡатлы йорт эргәһендә ауыр йәрәхәтләнгән ҡыҙ табылған. Мәғлүм булыуынса, ул 6-сы ҡатта егете менән йөрөгән. Ҡыҙ ҡайһылыр мәлдә яҙа баҫҡан һәм түбәнгә осҡан.

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, зыян күреүсене Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре алып барыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

https://vk.com/bashkortostanim

 

Автор: