Бөгөн төнгө сәғәт 1-ҙә Белорет районының Тирлән ауылында “ВАЗ 2110” һәм “УАЗ” автомобилдәре ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе булған. Ике машина бәрелешеп, 17 йәшлек үҫмер һәләк булған, тағы ла бишәүһе – 14 йәшлек өс ҡыҙ, 16 һәм 17 йәштәге малайҙар төрлө йәрәхәттәр алған. “УАЗ” автомобиленең 28 йәшлек водителе зыян күрмәгән.
Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике транспорт та бер йүнәлештә хәрәкәт иткән. “ВАЗ 2110” автомобиле рулендәге 17 йәшлек үҫмерҙең водитель танытмаһы булмаған, үҙе үк һәләк булған. Атаһының һүҙҙәренсә, ул машинаны рөхсәтһеҙ алып сығып киткән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күргән 2008 һәм 2006 йылғы ҡыҙҙарҙың хәле ауыр, 2007 һәм 2008 йылғы ике үҫмер малайҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.
“Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланды, уның барышында ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Насар хәлдәргә тарымаҫ өсөн бәлиғ булмағандарҙың транспорт сараһына идара итеүенә юл ҡуймағыҙ. Балаларҙы юлда мөмкин тиклем һаҡларға тырышығыҙ”, – тип социаль селтәрҙәге сәхифәһе аша мөрәжәғәт итте халыҡҡа республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.
Фото: @mchsrb