Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария 19 мартта киске сәғәт туғыҙ тирәһендә Мәләүез районында Өфө-Ырымбур юлында булған. Яҡынса билдәле булыуынса, Күмертауҙан 62 йәшлек ир кеше «Ленд Ровер Спорт» автомобилендә Ырымбур өлкәһенән 34 йәшлек ирҙе бәрҙергән. Был хәлдән һуң ул тағы дүрт машинаның тәгәрмәстәре аҫтында ҡалған.
“Авария һөҙмөмтәһендә йәйәүле алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында вафат булған. Тикшереү башланды, уның барышында был хәлдең сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ”, – тип белдерҙеләр ведомствола.