Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Февраль 2023, 11:21

Алданып, бурысҡа батып ҡуймағыҙ – аферистар ҡотора!

Һуңғы көндәрҙә районда Башҡортостан Республикаһы буйынса Күп функциялы үҙәк бүлексәһенә шылтыратыуҙар ныҡ күбәйгән. Шылтыратыусылар барыһы ла, дәүләт хеҙмәтенән  WhatsApp буйынса шылтыратып, телефоныма килгән кодты әйтергә ҡуштылар, тип белдергән. Улар нисек эшләй һуң?

Алданып, бурысҡа батып ҡуймағыҙ – аферистар ҡотора!
Алданып, бурысҡа батып ҡуймағыҙ – аферистар ҡотора!

Шылтыратыусылар барыһы ла, дәүләт хеҙмәтенән  WhatsApp буйынса шылтыратып, телефоныма килгән кодты әйтергә ҡуштылар, тип белдергән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кодтарын әйтеүселәр ҙә табылған. Һөҙөмтәлә, бурҙар бер нисә кешегә кредит документлаштырып өлгөргән.

Хөрмәтле Бөрйән районы халҡы! Был телефон аша бурлыҡтың (мутлашыуҙың) яңы төрө! Бындай шылтыратыуҙарға яуап ҡайтармағыҙ, бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәгеҙ. Зинһар өсөн, ныҡ уяу, һаҡ булығыҙ!

Аферистар түбәндәге юл менән эш итә. Үҙҙәрен “дәүләт хеҙмәте” хеҙмәткәре тип атайҙар. Артабан, һеҙгә корреспонденция тапшырырға, финанс хеҙмәттәре сайтында теркәлергә йәки кредит документлаштырырға кәрәк, тип белдерәләр. Артабан СМС менән килгән кодты әйтеүегеҙҙе һорайҙар. Бер үк әйтә күрмәгеҙ!

Ә  ысынбарлыҡта иһә ысын “Дәүләт хеҙмәте”  бер кемгә лә шылтыратмай. Барлыҡ кәрәк булған мәғлүмәттәрҙе шәхси кабинетта табырға мөмкин. СМС-ты бары тик акаунтты теркәгән ваҡытта ғына ебәрәләр.

Әгәр һеҙгә, йәнәһе, “дәүләт хеҙмәтенән”, тип WhatsApp буйынса шылтыраталар икән, шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндерегеҙ. Телефонығыҙға СМС аша килгән кодты бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Әгәр аңғармаҫтан шулай килеп сыҡты икән, шунда уҡ йәһәтләп дәүләт хеҙмәтегеҙгә инә торған кодығыҙҙы алыштырығыҙ!

Тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ – телефон аша таныш булмаған кешеләргә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәгеҙ. Кодығыҙҙы әйтһәгеҙ, бурҙар һеҙҙең исемдән кредит алып, һеҙҙе ҙур брысҡа батырасаҡ!

Автор:
Читайте нас: