Тиҙҙән баш ҡала урамдарындағы светофорҙар “аҡыллыраҡҡа” әйләнеп, юлдағы хәлде күҙәтәсәк, теге йәки был участкалағы көсөргәнеште иҫәпкә алып, сигналдарҙың яныу ваҡытын йылдам үҙгәртәсәк.
Юл хәрәкәтенә идара итеү үҙәге был системаның төп элементын тәшкил итә. Уның буйынса эште йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Яһалма интеллект һәм нейроселтәрҙәр нигеҙендәге махсус системалар эшләнә. Ошо хәл-шарттар үҙәге белгестәре өсөн автоматлаштырылған эш урындары булдырыла. Бөтә мәғлүмәт аныҡ ваҡыт тәртибендә видеостендта сағылдырыла.
Интеллектуаль транспорт системаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ғәмәлгә индерелә.
Фото:ufa1.ru