1 ноябрҙә Борай районында «Мерседес-Бенц Аксор» йөк машинаһының 45 йәшлек водителе ялға туҡтай.
Ул заправкала туҡтап, йоҡлар алдынан ашарға була. Ғәҙәттәгесә, газ баллоны ярҙамында ир ризыҡты йылыта, ашай һәм йоҡларға ята. Газ балонын ултырғыс аҫтына ҡуя. Һөҙөмтәлә ул шартлай.
Ирҙе урындағы дауахананың хирургия бүлегенә оҙаталар, тәненең 40 % бешеүе асыҡлана. Сәләмәтлек торошо уртаса тип баһалана.