Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
1 Ноябрь 2022, 14:15

Хәйләлегә лә закон табыла

Бик ҡиммәткә төшәсәк был колбаса!

Хәйләлегә лә закон табыла
Хәйләлегә лә закон табыла

Беҙгә генә сит бурҙар килмәй, беҙҙекеләр ҙә күршеләргә “криминаль гастроль” башҡара.

    31 йәшлек Учалы кешеһе Белоретта магазинға инә. Дезодорант, сыр, колбаса, араҡы ала, әммә кассала хәмер өсөн генә тәүләй, ҡул арбаһындағы ҡалған тауарҙы нисектер күрһәтмәйенсә һөйрәтеп алып сыға ала. Харам табыш менән баҫалҡы ғына сығап китә. Магазинға зыян әллә ни ҙур түгел, 900 һум. Яҡташыбыҙ аңлы рәүештә нәфсеһен тыйғандыр: уғрылыҡ күләме 1 мең тәңкәне ашмағанда, тотолған хәлдә лә, яза сағыштырмаса йомшаҡ бит -  урланғандың 5 хаҡы күләмендә  административ штраф. Быйыл ике тапҡыр ошолайса штрафтар түләгән була инде – Учалыла һәм яҡын-тирәләгәге башҡа ҡалаларҙа.

     Әммә мәгәр бур закондарға тамам төшөнөп бәтмәгән икән шул. Был тапҡырында РФ Енәйәт кодексының 158.1-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип хәбәр итте БР буйынса эске эштәр министрлығы – “ Административ язаға тарттырылған кеше тарафынан башҡарылған ваҡ уғрылыҡ”. Бында инде язалар күпкә тосораҡ: 40 мең  һумға тиклем штраф һалына, кемдәр хаттин аша икән, 1 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре лә мөмкин.

      Магазиндарҙа ҡурҡынысыраҡ хәлдәр ҙә булғылай.  Сентябрь айында булды  был хәл.  Бер аҙыҡ-түлек магазинына  ир шәрәмәте инә, тауар һайлаған булып ҡылана. Башҡа кеше ҡалмағанын көтөп,  ҡуйынынан  бысаҡ сығарып, һатыусыға ҡарай йүнәлә. Ярар ҙа, 43 йәшлек ҡатын ҡойолоп та ҡалмай, кәрәкмәгән батырлыҡ та күрһәтеп маташмай –күрше бүлмәгә ҡаса. Юлбаҫар кассанан  4 мең һум ала. .....40 минут үтеүгә полиция тарафынан тотола, хәмер һәм  аҙыҡ-түлек менән пакеты  тартып алына – күрәһең, икенсе магазинда һатып алған, аҡсаны тотҡан була  бит инде. Урындағы 50 йәшлек әҙәм. Тәбиғи, был осраҡта штраф менән ҡотола алмаясаҡ, ҡулға алынды, тәфтиш бара.

     Хәмер сарсыуы  енәйәттәргә төрлөсә этәрә инде. Магнитогорск ҡалаһынан 57 йәшлек ҡатын  Оҙонгүл ауылында  бер йортто дача итеп тота. Яңыраҡ ҡала тауышынан ял итәм тип килһә,  кемдер тәҙрә ватып өйәнә инеүен абайлай.  Электр инструменттары, алкоголь эсемлектәре урланған була. Полиция тиҙ арала 38  йәшлек урындағы кешенең эҙенә төшә. Быйыл йәй генә холоҡ төҙәтеү колонияһынан ҡайтҡан икән,  тап  эскеселек йәнә енәйәт юлына баҫтырған. Енәйәт эше ҡуҙғатылды, тәфтиш бара.

Автор:Ильфат Янбаев.
 
https://yaikrb.com/news/novosti/2022-11-01/h-yl-leg-l-zakon-tabyla-3011904
Автор:
Читайте нас: