Кеше алдап, еңел аҡса эшләргә теләгән намыҫһыҙ әҙәмдәр бигерәк күбәйҙе. Ҡорбанына психологик һөжүм итеп, албырғатып, уйларға, ниндәйҙер ҡарар ҡылырға ла ваҡыт ҡалдырмайынса эш итә уларҙың күбеһе. Муттарҙың ҡорған тоҙағына ҡаба яҙған бер ир уртаһының һөйләгәне башҡаларға һабаҡ булһын ине.
"Ҡатыным да, үҙем дә Рәсәй ҡалаларының береһендә юғары уҡыу йортонда эшләйбеҙ. Тапҡаныбыҙ үҙебеҙгә уртаса йәшәргә етә, Аллаға шөкөр. Тыныс ҡына эшләп йөрөгән бер көндө үҙен хоҡуҡ һаҡсыһы тип таныштырған билдәһеҙ кеше шылтыратты ла:"Һеҙ яңыраҡ кредит алып, Украина өсөн ярҙамға ебәргәнһегеҙ", - тип һүҙ башланы. Йөрәгем дарҫлап, тубығым ҡалтырап китте. "Яңылышаһығыҙ"... "Юҡ, бына һеҙҙең ҡултамға менән 200 мең һум алынған".
Күпме иҫбатларға тырышһам да, теге остан бер үк хәбәрҙе тылҡынылар, ҡурҡыттылар. Башҡа әллә ниндәй уйҙар инеп, үҙем өсөн түгел, балаларым өсөн хәүефләнә башланым. Бигерәк етди ғәйеп ташлайҙар бит. "Аңлашылды - кредит һеҙҙең ҡултамғалы ышаныс ҡағыҙы менән алынған икән. Эш ҙурға китмәһен тиһәгеҙ, уны тиҙ арала ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Бөгөн үк! Хәҙер бәйләнеште өҙмәй генә банкка барығыҙ", - тигән әмер алынды.
Ни ҡылғанымды аңламайынса мөдиргә йүгереп индем дә, ҡағыҙға "МВД" тип яҙып күрһәтеп, ымлап ҡына эштән китергә рөхсәт һораным. Ул бер ни аңламайынса арттан ғәжәпләнеп ҡарап ҡалды. Ә мин телефонды һүндермәгән көйө яҡындағы банкка йүгерҙем.
Операторға бөтә хәлде аңлата алмайым бит инде, тотлоға-тотлоға, миңә тиҙ генә кредит кәрәк, тип паспортымды алдына һалдым. Ул әллә минең ниндәй хәлгә тарығанды аңланы, әллә ысынлап иҫерек тип уйланы инде, ҡайҙалыр барып килгәндән һуң,"Һеҙ эскәнһегеҙ - шуға рөхсәт итмәнеләр", тине. Асыҡ итеп, ҡысҡырып әйтте был һүҙҙәрҙе.
"Бында бирмәгәстәр, икенсе банкка йүгер, һиңә кискә тиклем күсереп өлгөрөргә кәрәк!" Теге остоң ныҡышлығы зиһенемде асып, уйлау һәләтен ҡайтарғандай булды. "Туҡтағыҙ әле, тәүҙә яҡындағы полиция бүлегенә инәйем", - тинем теге әҙәмгә. "Ни эшләп унда инергә? Беҙ үҙебеҙ полициянан!" - тип ҡурҡытырға теләп ҡысҡырҙы ул. "Юҡ инде. Тикшерергә кәрәк. Кем минең исемдән улай кредит алған?"
Шул мәлдән үк икенсе ос бәйләнеште өҙҙө. Полицияла ғариза яҙып, тикшереү башланғас, бер кемдең дә минең исемгә аҡса алмағанлығы, әлеге шылтыратыусыларҙың алдаҡсы икәнлеге асыҡланды. Ҡурҡыштан уйламай эш итеп саҡ уларҙың ҡорбанына әйләнмәнем..."
Фото: regnum.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
Источник: bashgazet.ru