Бөгөн күптәргә тормошон WhatsApp-һыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Бөтә аралашыу, хәбәрләшеү, эш шунда урынлашҡан. Әммә уның хәүеф сығанағы ла булыуы ихтимал икән. Был турала кешеләрҙе Telegram-ға нигеҙ һалған Павел Дуров иҫкәртә һәм WhatsApp-тан баш тартырға тәҡдим итә.
Уның белдереүенсә, WhatsApp-тың хәүефһеҙлегендә “йомшаҡ” урындар күп. Ошо сәбәпле мессенджер менән файҙаланыусылар зыян күрә ҡала. Шулай уҡ Павел Дуров фекере буйынса, 13 йыл буйы WhatsApp... кешеләрҙе күҙәтеү ҡоралы булып хеҙмәт итә.
Мессенджерҙың хәүефһеҙлек системаһы ныҡлы булмағаны сәбәпле, хакерҙар һеҙҙең телефонға тулыһынса баш була ала икән. Был проблема тураһында WhatsApp компанияһы үҙе үткән аҙнала хәбәр иткән. Телефонығыҙға доступ алыр өсөн хакерға ни бары зыянлы видео ебәреү йәки WhatsApp аша видеоһөйләшеү башлау ҙа етә. Һәм яңы яңыртыу ҙа гаджеттарҙы “емереүҙән” һаҡлай алмаясаҡ. Ошондай уҡ проблемалар WhatsApp-та 2017 йылда ла булған ти Павел Дуров.
Ҡайһы берәүҙәр, Павел Дуров был һүҙҙәрҙе үҙе нигеҙ һалған Telegram-ға күсһен өсөн әйтә тип фаразлай. Әммә эшҡыуар белдереүенсә, уның мессенджеренда былай ҙа 700 миллион әүҙем ҡулланыусылар бар һәм көн һайын ике миллион кеше терәкәлеп тора.
Нисек кенә булмаһын, хәүефһеҙлек тураһында онотмайыҡ. Хәҙер телефон эсендә бик күп нәмә һаҡлана. Ябай фотоһүрәттәрҙән алып банк ҡушымталарына паролдәргә тиклем...
Фото: smi2.ru