25 июлдән 31-енә тиклем Башҡортостан юлдарында 78 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа 99 кеше зыян күргән, 19 кеше һәләк булған. Йыл башынан алып 1174 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 265-кә кәмерәк.
Ошо ваҡыт арауығында аварияларҙа 2257 кеше зыян күргән (былтырғынан 266-ға аҙыраҡ), 203 кеше һәләк булған (былтырғыға ҡарағанда 40-ҡа кәмерәк). Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ республикала булған ҡурҡыныс аварияларҙы анализлап, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса эште көсәйтергә ҡушты.
– Был эш менән даими шөғөлләнегеҙ. Шул саҡта ғына барыһы ла килеп сығасаҡ һәм хәлдәр яҡшырасаҡ, – тине ул.
Фото: "Бәйләнештә".