Башҡортостандың балалар лагерының береһендә 15 йәшлек үҫмер ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Бәхетһеҙ осраҡ кисә Сибай ҡалаһынан алыҫ түгел «Юлдаш» лагерында теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2022 йылдың 31 июлендә иртәнге 11.00 сәғәт тирәһендә балалар майҙансығында спорт элементтарын башҡарған 15 йәшлек үҫмергә металл конструкция ҡолаған. Бала ауыр йәрәхәтләнгән һәм дауаханаға оҙатылған.
Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһы прокуратураһы Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 238-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыуға башланғыс биргән (ғүмер һәм һаулыҡ хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү).
«Прокурор тикшереүе барышында балаларҙың лагерҙа хәүефһеҙ ял итеүенә йүнәлтелгән ҡануниәтте үтәүгә, учреждениеның вазифалы кешеләренең эш итеүенә баһа биреләсәк. Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген көйләү өсөн ваҡиға урынына Сибай ҡалаһы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Андрей Гришаев юлланған. Прокурор тикшереүе материалдары енәйәт-хоҡуҡи баһа биреү өсөн тәфтиш органына ебәрелгән», - тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте. Уның барышы һәм тикшереү һөҙөмтәләре күҙәтеү ведомствоһы контроленә алынған.
Йәйге каникулын күңелле үткәрергә лагерға барған егеттең ялы аяныслы тамамланыуы ғына үкенесле...
Фото "Башинформ"