Был ҡырағай хәл Белорет ҡалаһында була. Полицияға телефон аша бер ҡатын мөрәжәғәт итә һәм ҡала урамдарының береһендә һуғышалар тип хәбәр итә.
Урынға килгән полиция хеҙмәткәрҙәре күңелһеҙ күренешкә тап була: бер ир әле генә үҙе туҡмаған ҡатынға беренсе ярҙам күрһәтергә маташа. Меҫкендең бите ҡанға мансылған, ә үҙенең ауырлы икәне асыҡлана. Хоҡуҡ һаҡсылары һуғышсан ирҙе ҡулға ала, ә йәрәхәтләнгән ҡатынды дауаханаға алып китә.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, улар ирле-ҡатынлы булып сыға. 21 йәшлек ҡатын менән уның 37 йәшлек ире һәйбәт йәшәмәгән, гел талашып, һуғышып торғандар. Шуға күрә, ауырлы булыуына ҡарамаҫтан, ҡатын иренән китергә ҡарар иткән. Буласаҡ атай кешегә был ҡарар оҡшамаған, ул ҡатынын эҙәрлекләгән, ғәфү үтенеп, һуңғы мөмкинлек биреүҙе һораған.
Әлеге осрашыуҙары урам буйында булған. Ир сираттағы тапҡыр ҡатынға килеп әрләшә башлаған. Яндарында кешеләр булғанда улар ҡысҡырышҡан, ә улар киткәс, ир ҡатынды туҡмай башлаған: бер нисә тапҡыр битенә һуҡҡан. Ҡатын белдереүенсә, ир был юлы янаған: “әгәр кире ҡайтмаһаң, үлтерәм”.
Әле был иргә ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Береһе үлтереү менән янау, икенсеһе күрәләтә һаулығына еңел зыян килтереү статьяһы буйынса. Иргә ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.
Фото: wday.ru