Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
22 Июнь 2022, 17:09

“Һүҙгә килешеп, иғтибарҙы юғалттым...”

Йәштәр ай аҙағында өйләнешергә уйлаған 

“Һүҙгә килешеп, иғтибарҙы юғалттым...”
“Һүҙгә килешеп, иғтибарҙы юғалттым...”

Дәүләкән районында иртә менән Дәүләкән–Бүздәк автомобиль юлының икенсе километрында үлемесле  авария теркәлде. ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 27 йәшлек ир Chevrolet Cruze автомобиленә  идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә оса.

 Юл-транспорт ваҡиғаһында автомобилдә ултырған 29 йәшлек ҡыҙ һәләк була. Водителдең әйтеүенсә,  уның менән икәүләп һөйләшеп   килгәндә һүҙгә килешеп китәләр, егет   иғтибарын ситкә йүнәлтергә мәжбүр була, көтмәгәндә идара итеүҙе юғалта. Йәштәр ай аҙағында өйләнешергә планлаштырған була. Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара, бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.

Юл фажиғәләренең күп осраҡта иғтибарһыҙлыҡ, ҡағиҙәләрҙе һанламау арҡаһында килеп сығыуы билдәле.  Яҡындарығыҙҙы хафаға һалырға, яҙмышығыҙҙы, билдәләгән ниәт-маҡсаттарығыҙҙы юҡҡа сығарғығыҙ килмәһә,  юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, иҫән-һау йөрөгөҙ, водителдәр, тип иҫкәртмәксебеҙ.

Фото:ЮХХДИ

Автор:Дина Арсланова.
 
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-06-22/g-kileshep-i-tibar-y-yu-alttym-2850262
Автор:
Читайте нас: