Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
7 Июнь 2022, 14:58

Ҡатынды яралағандар

Күмертауҙа ҡала дауаханаһына эсе яралы 29 йәшлек ҡатынды килтергәндәр. Бер йорт янында билдәһеҙ әҙәм ҡатынға атып ҡасҡан. Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Ҡатынды яралағандар
Ҡатынды яралағандар

"Ул аңында ине. Хәлен табиптар уртаса ауырлыҡта тип баһалаған. Эсендә ҡоралдан атылған йәрәхәт бар", - тип һөйләгән шаһит. Шул йортта йәшәүсе төндә атыу тауышы ишеткән. Полиция хеҙмәткәрҙәрен ул саҡыртҡан да инде. Хоҡуҡ һаҡсылары газонда ҡанға батҡан зыян күреүсене тап иткән һәм уны тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. 

БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, дауаханаға травматик пистолеттан атыу арҡаһында яраланған ҡатынды килтергәндәр, полиция енәйәтсене эҙләй һәм хәл-ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлау өҫтөндә эшләй.

Фото:kumertime.info

https://dimbuizary.ru/articles/novosti/2022-06-07/atyndy-yarala-andar-2832817

Автор:
Читайте нас: