Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
30 Апрель 2022, 17:09

Сәсе оҙон булған өсөн туҡмағандар

13 йәшлек малай мәктәп янынан үтеп барғанда, уны таныш булмаған өс үҫмер саҡырып ала ла...

Сәсе оҙон булған өсөн туҡмағандар
Сәсе оҙон булған өсөн туҡмағандар

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә ҡырағай күренеш теркәлгән: үҫмер оҙон сәс йөрөткәне өсөн туҡмағандар.

Ул кискә табан дуҫтары менән скейбордта йөрөргә алдан һөйләшеп, улар менән осрашыуға йүнәлгәндә булған был хәл. Мәктәп янынан үтеп барғанда уны таныш булмаған өс үҫмер саҡырып алған. Яҡынса йәштәре 15-16 тирәһе, тип билдәләй зыян күреүсе. Был өсәү уның оҙон сәсенә бәйле тупаҫ һүҙҙәр әйткәс, араларында низағ ҡуба, һөҙөмтәлә күмәкләп үҫмерҙе ҡаты итеп туҡмайҙар.

13 йәшлек малай әле дауахананың нейрохирургия бүлегендә. Полиция хәл-ваҡиға, был эшкә ҡатнашы булғандар тураһында асыҡлау өҫтөндә эшләй.

Фото: pexels.com

Автор:Аклима Гизатуллина.
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-04-30/s-se-o-on-bul-an-s-n-tu-ma-andar-2790248
Автор:
Читайте нас: