Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
24 Март 2022, 10:52

Фатир янған

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң 12-се ҡатындағы фатирҙа янғын сыҡҡан.

Фатир янған
Фатир янған

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң 12-се ҡатындағы фатирҙа янғын сыҡҡан.

Күңелһеҙ ваҡиға 23 мартта кискеһен ҡаланың Дағстан урамындағы 10/2-се йортта теркәлгән. Ҡотҡарыусылар көсө менән ут тиҙ арала һүндерелгән.

Республика буйынса Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике бүлмәле фатир ҙур зыян күргән. 1978 йылғы ир кешенең һәм 1960 йылғы ҡатындың тәне бешкән. Улар 18-се һанлы дауаханаға оҙатылған. Йортта йәшәүсе 41 кеше, шул иҫәптән 15 бала эвакуацияланған.

Автор:Рәсүл Байгилдин.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-03-24/fatir-yan-an-2740783
Автор:
Читайте нас: