Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
7 Ғинуар 2022, 12:27

Автомобиль селпәрәмә килгән...

Тағы бер үлемесле авария теркәлде...  

Автомобиль селпәрәмә килгән...
Автомобиль селпәрәмә килгән...

Республика ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн киске сәғәт алтынсыла Өфө районында тағы ла үлемесле авария теркәлгән. Фотола күренеүенсә, бер автомобиль селпәрәмә килгән, унда тере ҡалыу мөмкин түгел шул.

Мәғлүм булыуынса, Өфө – Шишмә – Осоргин автомобиль юлының бишенсе саҡрымында бер-береһенә ҡаршы хәрәкәт иткән “Daewoo Nexia” менән “Hyundai Veloster” автомобилдәре бәрелешкән. Тәүге машиналағы ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы икәү дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Ял һәм байрам ваҡытында республика ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләүен дауам итә. Кисә республикала өс автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа биш кеше йәрәхәтләнгән.

Был көндәрҙә юлдарҙа машина ағымы көслө. Күптәр оҙайлы ялды файҙаланып, туғандарына, яҡындарына юллана, ситтән дә ял итергә киләләр. Шуға ла юлда уяу булһаҡ ине, ялыбыҙҙың матур, имен үтеүе иғтибарлыҡҡа, һаҡлыҡҡа бәйле. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Фото: Башҡортостан ЮХХДИ-һы.

Автор:Рәмилә Мусина.

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-01-06/avtomobil-selp-r-m-kilg-n-2645913

Автор:
Читайте нас: