Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
3 Ғинуар 2022, 11:20

Янғын бер кемде лә аямай

-

Янғын бер кемде лә аямай
Янғын бер кемде лә аямай

Стастика буйынса, янғын йәһәтенән хәүефле көҙгө-ҡышҡы осор башланыу менән янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта. Ут тоҡанып китеүҙең төп сәбәптәре - мейес менән һәм электр йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү.

Баймаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр бүлеге инспекторы Рөстәм Кәипов әйтеүенсә, 17 декабргә ҡарата район территорияһында быйыл 143 янғын (былтыр 158) теркәлгән, ундарҙа 4 кеше һәләк булған (2), шул иҫәптән бер бала (0), 3 кеше йәрәхәтләнгән (1). Йыл һайын яңы йыл байрамдары ваҡытында фейерверк, ракета, петарда һәм башҡа пиротехник изделиялар ҡулланғанда ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефе бар. Шуға күрә Баймаҡ район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр бүлеге граждандарҙы байрам көндәрендә пиротехника менән файҙаланғанда һаҡ булырға саҡыра. 7 декабрь көнө Хәйбулла районы территорияһында балиғ булмаған баланың пиротехник изделияларҙы ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуы һөҙөмтәһендә янғын сыҡҡан.

Һыуыҡ көндәр башланыу менән торлаҡ йорттарҙа янғын осраҡтары арта. Киң таралған янғын сәбәптәре булып электр ҡорамалын һәм электр йылытҡыстарҙы эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу тора.

Мейес янында һәм уның өҫтөндә тиҙ тоҡанып китеүсе әйбер һәм материалдар һаҡларға, кер киптерергә ярамай. Бер юлы бер нисә ҡеүәтле электр приборын ҡабыҙыу, ваҡытлыса ҡуйылған электр үткәргесте файҙаланыу, ҡулдан эшләнгән электр йылытыу ҡорамалдарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.

Электр йылытыу приборҙарын тәҙрә пәрҙәләре, мебель һәм башҡа тиҙ тоҡанып китеүсе әйберҙәр янына ҡуйырға ярамай. Йылытҡыс янмай торған таяуҙарҙа торорға тейеш. Иң мөһиме – электр йылытыу приборҙарын, шулай уҡ башҡа көнкүреш электр ҡорамалдарын ҡабыҙылған килеш ҡараусыһыҙ ҡалдырырға ярамай.

Янғын хәүефһеҙлеге талаптары нормаһына һәм ҡағиҙәләренә тап килгән йорт (фатир) унда йәшәүселәрҙең ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге гаранты булып хеҙмәт итеүен иҫтә тоторға кәрәк.

Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара –янғын тураһында иҫкәртеүсе автономлы ҡулайлама. Ул янғын сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм ныҡ тауыш сығарып сырылдап кешеләрҙе иҫкәртә.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Янғындың сәбәптәре төрлө, ә бында берәү генә ғәйепле - янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән кеше.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағы

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: