Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
7 Декабрь 2021, 22:02

11 айлыҡ сабый ҡар өҫтөндә...

Тик иҫерек ҡатын уны ҡотҡарырға уйламай ҙа – йоҡларға ята.

11 айлыҡ сабый ҡар өҫтөндә...
11 айлыҡ сабый ҡар өҫтөндә...

Иглин районында 54 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған: ул 11 айлыҡ сабыйҙы хәүефле хәлдә ҡалдырыуҙа ғәйепләнә (Рәсәй Енәйәт кодексының 125-се статьяһы). Был хаҡта Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, 2021 йылдың 3 декабрендә енәйәттә ғәйепләнеүсе ҡатын эскән килеш һеңлеһенең 11 айлыҡ сабыйын ҡарарға алып ҡала.  Ғәмәлдә нисек булғандыр, әйтеүҙәренсә, ҡатын баланы тәүге ҡаттағы тәҙрәнән урамға төшөрөп ебәрә. Сабый өҫ кейемһеҙ ярты сәғәт тирәһе ҡарҙа ятырға мәжбүр була. Тик иҫерек ҡатын уны ҡотҡарырға уйламай ҙа – йоҡларға ята.

Бер аҙҙан баланың әсәһе ҡар өҫтөндә ятҡан сабыйын эҙләп таба, шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт итә.

Әлеге ваҡытта сабыйҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай. Тәфтиш хеҙмәткәрҙәре суд-медицина экспертизаһы үткәргән, ғаиләнең торлаҡ-көнкүреш шарттарын тикшереү бара, шаһиттарҙан һорау алына.

Фото: csn-tv.ru

Автор:Дина Арсланова.
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-12-07/11-ayly-sabyy-ar-t-nd-2610379
Автор:
Читайте нас: