Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
25 Ноябрь 2021, 14:00

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ

Юлдарҙағы фажиғәләр иң күбе Сибай, Күмертау, Бирск ҡалаларында, Йылайыр, Бөрйән, Мәләүез райондарында теркәлгән. Был фажиғәлә үлеүселәр һаны ла Сибай, Кумертау, Нефтекама, Өфө, Салауат ҡалаларында юғары.

Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ
Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ

ЮХХДИ министрлығының мәғлүмәт үҙәге статистикаһы буйынса, республикала ғинуар-октябрь 3090 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа 409 кеше һәләк  булған,  3768 кеше йәрәхәтләнгән.

Юлдарҙағы фажиғәләр иң күбе Сибай, Күмертау, Бирск ҡалаларында, Йылайыр, Бөрйән, Мәләүез райондарында теркәлгән. Был фажиғәлә үлеүселәр һаны ла Сибай, Кумертау, Нефтекама, Өфө, Салауат ҡалаларында юғары.

Аварияларҙың күбеһе водителдәрҙең яңылышыуы, 291 хәл водителдең иҫерек булыуы арҡаһында булған, был осраҡта 61 кешенең ғүмере өҙөлгән. 33,5% юл фажиғәһенә юлдарҙың һәм һауа шарттарының боҙолоуы сәбәп булған.

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Водителдәр, өйҙә яҡындарығыҙ көтөүен онотмағыҙ.  

Автор:Альфира Узянбаева.
 
https://ataisal.com/articles/Ataisal_/2021-11-24/be-e-e-k-t-be-2594530
Автор:
Читайте нас: