Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
17 Ноябрь 2021, 20:38

Их, был, ҡатын-ҡыҙ

Ауырыған ҡыҙын һауыҡтырырға ла, ире менән араларын да яйға һалырға теләгән ул.

Их, был, ҡатын-ҡыҙ
Их, был, ҡатын-ҡыҙ

Мутлашыусыулар аҡса эшләр өсөн нимә генә уйлап тапмай ҙа, ниндәй генә сүрәткә инмәй. Өфө ҡалаһында йәшәүсе 58 йәшлек ҡатын да уларҙың тоҙағына эләгә. TikTok-тағы үҙен экстрасенс итеп таныштырыусы әҙәм уның ауырыған ҡыҙын дауалайым, тип 800 мең һум аҡсаһын алған. Әсәй кеше бер юлы ғаилә хәлен дә яҡшыртмаҡсы булып, ире менән дә араларын яйға һалыуын теләп тағы ла аҡса күсергән. Аппетиты ныҡ асылған экстрасенс тора-бара тотош ғаиләһен дә ҡарарға кәрәклеге хаҡында әйтеп, йәнә аҡса һораған.

Бирерлек аҡсаһы ҡалмағанлығын әйткәс, йомро башлы экстрасенс уға ҡиммәтле әйберҙәрен ломбардҡа алып барырға “кәңәш иткән”. Бары тик шул саҡта ғына үҙен кәкре ҡайынға терәгәндәрен аңлаған бахыр ҡатын.

Әлеге ваҡиға буйынса тикшереү эштәре башланған. “Бындай күңелһеҙ хәл һеҙҙең менән дә ҡабатланмаһын өсөн, таныш булмаған әҙәмдәргә аҡса күсермәгеҙ”, - тип киҫәтә эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәй, кеше күп осраҡта сараһыҙлыҡтан бындай хәлдәрҙең ҡорбаны була инде.

 
Автор:
Читайте нас: