24 йәшлек «Лада Приора» водителе мышыға төкөгән.
Үлемесле юл фажиғәһе Өфө эргәһендә теркәлгән. Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡариҙел районында йәшәгән егет 62 йәшлек пассажир менән Бөрө яғына юлланған. Ул юлға ҡапыл килеп сыҡҡан мышыға төкөй.
Оло йәштәге ир ашығыс ярҙам бригадаһы килеп еткәнсе йән биргән, мышы ла үлгән.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-11-16/passazhir-m-myshy-lg-n-2584483