ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Апрель 2021, 06:49

Балыҡ кеше ғүмеренә торошломо?

Яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанма, ти халыҡ мәҡәле.

Балыҡсыларҙың һәләкәтенә юл ҡуймау маҡсатында, Башҡортостан буйынса баш идаралыҡ ҡотҡарыусылары Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы федераль округының төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды менән берлектә “Хивус-10” катер-амфибияһында Ағиҙел йылғаһы буйлап рейдҡа сыҡты.
“Хивус-10” нәҡ ошо мәлдә йөрөү өсөн уңайлы һыу транспорт сараһы. “Хәрәкәт итеүсе комплекс” тиҙлеген сәғәтенә 70 саҡрымға тиклем еткереү мөмкинлегенә эйә. Шулай итеп, ҡотҡарыусылар ҡотҡарыу бишмәттәрен кейеп, һыу судноһына тейәлеп, Өфөнөң Ҡояшлы пляжынан Кузнецов күпере йүнәлешенә табан йүнәлде.
Экипажға әллә ни алыҫ ара үтергә тура килмәне, шунда уҡ балыҡсылар күпләп йыйылған урынға тап булдылар. Рейдта ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр улар менән иҫкәртеү әңгәмәләре уҙғарҙы, өгөтләү материалдары таратты. Балыҡсыларға хәүефле урындан китергә тәҡдим ителһә лә, уларҙың бер нисәүһе генә был кәңәшкә ҡолаҡ һалды, ә ҡайһы берәүҙәре иһә ултырған ерҙәрен, хатта боҙ тишкестәрен ҡалдырып, ҡасып китеүҙе хуп күрҙе. Әлбиттә, ҡотҡарыусылар уларҙың ташлап ҡасҡан әйберҙәренә кире әйләнеп килерен аңлап торһа ла, уларға теймәне.
Әлеге мәлдә Ағиҙел йылғаһы асыла башланы, боҙ өҫтөнә шәре сыға. Шул уҡ ваҡытта “Тотолған балыҡ кеше ғүмеренән дә ҡиммәтме икән?” тигән һорау тыуа. Быға уларҙан “Беләм, ниңә бәйләнәһегеҙ?”, “Бөтәһе лә һәйбәт булыр”, “Боҙ ҡурҡыныс түгел”, “Бөгөн һуңғы тапҡыр сыҡтым” тигән яуаптар ишетәһең. Ә яңыраҡ Дүртөйлө районында балыҡсының батып үлеүе тураһында белмәйҙәрме икән?!
Балыҡсылар менән осрашыуҙарҙан һуң ҡотҡарыусылар боҙҙоң дөйөм хәле һәм тығындар барлыҡҡа килеүе ихтимал булған урындарҙы тикшерергә йүнәлде. Күренеүенсә, әлегә тығындар бар, әммә улар ҡурҡыныс тыуҙырмай.
Кешеләрҙең боҙға сығыуын сикләү өсөн ҡотҡарыусылар яр буйындағы боҙҙо бысты һәм батып барған кешене ҡотҡарыу буйынса шартлы күнекмәләр уҙғарҙы.
– Балыҡсылар өсөн был – мауығыу, ә беҙҙең өсөн – һөнәр. Яҙ ҡар ирей, һыу кимәле ҡалҡа, ошондай ҡырҡа үҙгәрештәрҙән боҙҙоң күҙ алдында селпәрәмә килеүе ихтимал. Әлбиттә, булған хәлдәрҙең һанын алып барыуы ауыр, сөнки бындай бәләгә ҡалғандар, ғәҙәттә, үҙҙәре ҡотолорға тырыша һәм хаталарын танырға теләмәй. “Ә ниңә улай эшләйҙәр һуң?” тигән һорау тыуа. Ҡомар. Ундайҙар хаҡында “балыҡсылыҡ менән ауырый” тиҙәр, – ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының һыу объекттарында кешеләр хәүефһеҙлеге бүлегенең баш белгесе-эксперты.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр һыуҙа 118 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың 29 балыҡ тотҡан ваҡытта, шул иҫәптән яҙғы мәлдә биш кеше һәләк булған. Быйыл Дүртөйлө районында һыуҙа табылған ирҙең үлем сәбәптәре асыҡлана.
Яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанма, ти халыҡ мәҡәле. Бик хаҡ һүҙҙәр!
Фото: @mchsrb.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас